|
Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы |
|
![]() |
|
|
Евсюков Андрей Александрович 1957 йылдың 12 майында Краснодар крайы Майкоп ҡалаһында тыуған. 1981 йылда “дауалаусы табип” һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт медицина институтын тамалай. 1981-1982 йылдарҙа – Өфө ҡалаһының 6-сы дауаханаһында хирургия буйынса табип-интерн. 1982-1989 йылдарҙа - Өфө ҡалаһының 6-сы дауаханаһында табип-ординатор. 1989-1991 йылдарҙа – Мәскәү ҡалаһының А.Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы институтында клиник ординатор. 1991-1994 йылдарҙа –Өфө ҡалаһының 6-сы дауаханаһында табип-хирург. 1994-2000 йылдар - Өфө ҡалаһының 6-сы дауаханаһында кардиохирургия бүлеге мөдире. 2000-2002 йылдар – Республика кардиология диспансерының баш табибы. 2002-2004 йылдар – БР Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары. 2004-2006 йылдар – 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табибы. 2006-сы йылдан – БР Һаулыҡ һаҡлау министры. Медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе Отличнигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы. |
|