|
Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы |
|
![]() |
|
|
Министрлыҡ тураһында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашыра. Төрлө ауырыуҙарға ҡаршы иҫкәртеү мәсьәләләрен, медицина ярҙамын һәм медицина реабилитациялауҙы, фармацевтика эшен ойоштора. Башҡортостан Республикаһы халҡы һаулығын һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен билгеләү һәм ғәмәлгә ашырыу, иҫкәртеү сараларын ойоштороу, халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү, әсә һәм бала һаулығын һаҡлау сараларын күреү, махсус медицина ярҙамын күрһәтеү министрлыҡтың төп бурыстары булып тора. Хакимиәт йөкмәтелгән бурыстарға ярашлы түбәндәге функцияларҙы тормошҡа ашыра: Һаулыҡ һаҡлау, дауалау һәм иҫкәртеү системаһы, махсуслаштырылған медицина ярҙамы менән идара итә; үҙенең вәкәләттәре сиктәрендә дарыу әйләнешендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләй. |
|