Русская версия

Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ВИЧ һәм СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө

18.05.2012 й.

2012 йылдың 15 майында “Комсомольская правда” пресс-үҙәгендә Бөтә донъя СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған пресс-конференцияһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәшеү буйынса Республика Үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров, Башҡортостан Республикаһы буйынса ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Идаралығының эпидемиология бүлеге етәксеһе Зөһрә Даянова ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 10.05.2012 й. – 12.05.2012 й. эш аҙналығы

15.05.2012 й.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Шебаев Г.А. БР һаулыҡ һаҡлауҙы заманлаштырыу (модернизациялау) һорауҙары буйынса кәңәшмә үткәрҙе – 11.05.2012 й.

Пациенттарға артериаль гипертония тураһында

14.05.2012 й.
2012 йылдың 10 майында Республика кардиология диспансерында Бөтя донъя артериаль гипертонияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған пресс-конференцияһы үтте.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 02.05.2012 й. – 05.05.2012 й. эш аҙналығы

10.05.2012 й.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусыһы Шәкирова Р.М. БР Президенты Р.З. Хәмитов ҡатнашлығында “Башҡарма власть ағзаларының БР буйынса дәүләт статистика Федераль хеҙмәте Идаралағы менән мәғлүмәт хеҙмәттәшлек эффектлылығын күтәреү” һорауы буйынса БР Хөкүмәтенең кәңәшмәһендә ҡатнашты – 03.05.2012 й.

Тәмәке ҡулланыуҙан баш тартығыҙ! Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлағыҙ!

10.05.2012 й.

Хәҙерге заманда тәмәке тартыу ваҡытынан алдағы үлемгә һәм инвалидлыҡҡа килтерә торған хәүефтәрҙең береһе. 2010 йылдың 23 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән 2010-2015 йылдарға тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш дәүләт сәйәсәте Концепцияһы раҫланған. Ошо Концепцияла беҙҙең илдә тәмәке тартыу кимәлен кәметеү өсөн саралар яҙылған.

Талпан энцефалиты буйынса эпидемик хәл

05.05.2012 й.

Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылырҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса Федераль Идаралыҡ хеҙмәте мәғлүмәте буйынса 2012 йылдың 2 майына республиканың дауалау-иҫкәртеү ойошмаларына талпандан зыян күргән 2649 кеше мөрәжәғәт иткән (2011 йылда – 603 кеше), шуларҙың 27% - балалар. Иммуноглобулин профилактикаһын мөрәжәғәт иткәндәрҙең 24% алған, шул иҫәптән 54% бала.

Республика дауаханаһында мемориаль таҡта асылыуы

05.05.2012 й.

4 майҙа Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының «Медик» мәҙәниәт йортонда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлау һәм Н.Х. Өмөтбаева иҫтәлегенә мемориаль таҡта асыу тантанаһы булды. Тантанала Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Александр Афанасьев, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы баш табибы Ринат Нагаев, дауахана коллективы, Наилә Өмөтбаеваның туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.

Халыҡ-ара акушер көнө

04.05.2012 й.

5 майҙа йыл һайын Халыҡ-ара акушер көнө билдәләнә. Тәү башлап был байрамды билдәләү идеяһы 1987 йылда Нидерландыла Халыҡ-ара акушерҙар йыйылышында иғлан ителгән, ә 1992 йылдан алып рәсми билдәләнә башланған. Бөгөн ошо байрам 50-нән ашыу илдәр, шул уҡ иҫәптә Рәсәйҙә билдәләнә.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 23.04.2012 й. – 28.04.2012 й. эш аҙналығы

04.05.2012 й.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Г.А. Шебаев Саҡмағош районында граждандарҙы ҡабул итте – 24.04.2012 й. тулыраҡ 

Министр граждандарҙы ҡабул итте

26.04.2012 й.

2012 йылдың 24 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев Саҡмағош районының Администрацияһында граждандарҙы ҡабул итте.

Иммунизация мөһим

26.04.2012 й.

24 апрелдә «Башинформ» агентлығында Европа иммунизациялау аҙналығы сараларына арналған пресс-конференция үтте. Конференцияла Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Александр Афанасьев, Башҡортостан Республикаһы буйынса ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Идаралығының эпидемиология бүлеге етәксеһе Зөһрә Даянова, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы Венера Мостафина, Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәште иҫкәртеү үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров, һәм башҡалар ҡатнашты. Европа иммунизациялау аҙналығы сараларын үткәреүҙең төп маҡсаты – халыҡты йоғошло ауырыуҙарҙан иммунизациялауҙың өҫтөнлөгө тураһындағы белем кимәлен үҫтереү аша балаларҙың һәм өлкәндәрҙең прививкаланыу кимәлен күтәреү.

Онкологияла яңы алымдар

25.04.2012 й.

16 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев билдәле ғалим, шеш ауырыуҙарына ҡаршы препараттар уйлап сығарыусы профессор Казуо Умезава (Япония) менән осрашты.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 16.04.2012 й. – 21.04.2012 й. эш аҙналығы

25.04.2012 й.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Г.А. Шебаев билдәле ғалим, шеш ауырыуҙарына ҡаршы препараттар уйлап сығарыусы профессор К. Умезава (Япония) менән осрашты – 16.04.2012 й. тулыраҡ

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 09.04.2012 й. – 14.04.2012 й. эш аҙналығы

17.04.2012 й.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Г.А. Шебаев РАИП үҙләштереү һорауы буйынса БР Хөкүмәте ултырышында ҡатнашты – 10.04.2012 й.

Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы тормошҡа ашырыла

12.04.2012 й.
“Ауыл табибы” программаһы 2011 йылда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин менән иғлан ителгән актуаль инициативаларҙың береһе.
Рәсәй Федерацияһында 2012 йылдың 1 ғинуарынан башланған программа сигендә ауылда биш йыл дауамында эшләргә теләүсе йәш табип бер миллион һум күләмендәге түләүҙәр аласаҡ. Был сараларҙы улар үҙҙәре теләгән әйбергә тотона ала, мәҫәлән: яңы йорт, өй төҙөр өсөн ер, һәм башҡа ихтыяжға тотона ала. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте 11 миллиард һум бүлергә әҙер. 2011 һәм 2012 йылда ауылға эшкә ҡайтыусы 553 белгес бындай түләүҙәр аласаҡ. Хәҙерге көндә республика ауыл медицинаһы 1280 юғары медицина белемле белгестәрҙә мохтаж. Шулай уҡ, был йылдан алып республика программаһы буйынса ауылға эшкә ҡайтыусы йәш табиптарға Башҡортостан бюджетынан 100 мең һум күләмендәге түләү биреләсәк.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 02.04.2012 й. – 07.04.2012 й. эш аҙналығы

12.04.2012 й.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Г.А. Шебаев Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов етәкселегендә Наркоманияға ҡаршы комиссия ултырышында ҡатнашты – 03.04.2012 й. тулыраҡ

Ғаилә институтын нығытыу буйынса саралар тураһында

10.04.2012 й.
4 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса Ведомство-ара советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Ултырышта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Фидус Ямалтдинов һәм Салауат Сәғитов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шәкирова, Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү системаһы ағзалары белгестәре, республиканың муниципаль райондары һәм ҡала төбәктәре администрация башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Ауылдың йәш табибына бер миллион һум

10.04.2012 й.
2012 йылдың 31 мартында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районы буйынса эш сәфәре сигендә Мәҡсүт ауылындағы урынлыҡ бүлексәһе булған ауыл амбулаторияһына барҙы.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 26.03.2012 й. – 31.03.2012 й. эш аҙналығы

10.04.2012 й.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Г.А. Шебаев «2012-2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең үҫеше» оҙаҡ ваҡытлы республика маҡсатлы программаһы проектына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе – 26.03.2012 й.

Европа иммунизациялау аҙналығына әҙерлек

02.04.2012 й.

Европа иммунизациялау аҙналығы – киң масштаблы акция, ул Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа бюроһы инициативаһы буйынса йыл һайын Европа илдәрендә уҙғарыла. Рәсәй Федерацияһы, шул иҫәптә Башҡортостан Республикаһы ла был акцияға 2006 йылда ҡушылды. Быйыл Европа иммунизациялау аҙналығы 21 апрелдән 27 апрелгә тиклем етенсе тапҡыр уҙғарыла. Акцияның маҡсаты халыҡтың иғтибарын иҫкәртеү прививкалар әһәмиәтенә йүнәлтеү, иммунизациялауҙың өҫтөнлөктәре тураһындағы белем кимәлен күтәреү. 


Новости 1 - 20 из 269
Начало | Пред. | 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 | След. | Конец Все

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, 2009-2010